Афарин, Роберт!

Афарин, Роберт!
Башҡорт егете Рәсәй халҡын һоҡландырҙы!
Хәҙерге заманда таланттарҙы асыу ниәтендә бихисап конкурс­тар үткәрелә. Шулар араһынан иң популяр бәйгеләрҙең береһе — “ТНТ” телеканалы ойошторған “Бейеү” проекты. Унда күптән түгел яҡташыбыҙ, башҡорт егете Роберт Әмиров ҡатнашып, тотош Рәсәй халҡын оҫта бейеүе менән һоҡландырҙы.
Роберт Белоретта тыуып үҫә, ҡаланың 8-се мәктәбендә белем ала, бәләкәй сағынан бейеү менән мауыға. 
– Биш йәшемдән үк атайым бейергә өйрәтә башланы. Ул йәш сағында брейк-данс менән мауыҡҡан, – тип һөйләне Роберт үҙе тураһында. – Шуғамы икән, бала саҡтан уҡ бейеүсе булырға ҡарар иттем. Ун йәшемдә ҡала мәҙәниәт һарайына брейк-данс студияһына йөрөй башланым. Үҫкәс, яратҡан шөғөлөм һөнәремә әйләнергә тейешлегенә төшөндөм. Мәктәпте тамам­лағас, Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжына уҡырға индем. 
Егет колледжда уҡыған мәлендә төрлө бейеү конкурстарында һәм батлдарҙа (кем яҡшыраҡ хәрәкәт итеү ярышы) ҡатнаша. Шуларҙың береһендә – “Талант ҡанат­та­рын­да” халыҡ-ара фестивалендә ҡатна­шып, призлы урын алһа, Өфө, Санкт-Петербург ҡалаларында уҙғарылған бейеү конкурстарында Гран-приға лайыҡ була. Ә инде нисек итеп “ТНТ” каналы проектына барып эләге­үе тураһында Роберт былай тип һөйләне: 
– Был көтмәгәндә килеп сыҡты. Төмәндә йәшәгән инәйем ҡалала «Бейеү» проек­ты­ның һайлап алыу туры буласағы тураһында хәбәр итте һәм, миңә унда ҡатнашып ҡарарға кәңәш биреп, “Бәйләнештә” битенә анкета ебәрҙе. Мин уны тултырып, тейешле адресҡа һалдым. Күп тә үтмәй, проектты ойоштороусылар минең менән бәйләнешкә инеп, Төмәнгә кастингта ҡатнашырға саҡыр­ҙы. Унда һайлап алыу турын үткәс, жюри ағзалары Егор Дружинин һәм Мигель алдында сығыш яһау өсөн Екатеринбургка барҙым. Кастингта 300 ҡатнашыусы үҙ һө­нәрен күрһәтте. Әлбиттә, бик тулҡынлан­дым, әммә унда яҡташыбыҙ Ләйсән Үтә­шеваның булыуы, йылы һүҙҙәре рухи көс өҫтәне. 
Роберттан ниңә «Мистер Фрик» псевдонимы менән сығыш яһауы тураһында ҡыҙыҡһындыҡ. 
– Freak инглиз телендә йәмһеҙ, шөкәтһеҙ тигәнде аңлата. Үҫмер саҡта кешенән уңайһыҙландым, сөнки тулы кәүҙәле булдым. 16 йәшемдә 93 килограмм тарта инем. Ныҡлап бейеү менән шөғөлләнә башлағас, ябыҡтым. Әммә бәләкәйҙән күңелемдә оялаған кәмселекле тойғо ҡайһы саҡта үҙен һиҙҙереп тә ҡуя. Һүҙ ҙә бик ҡыҙыҡ яңғырай, — тип йылмайҙы ул.
Бейеү донъяһын яуларға ниәтләнгән Роберт әле Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Fusion» һәм «Лидер кидс» бейеү студияларында хореограф булып эшләй. Һәр бейеүсенең куми­ры була. Роберттың да һоҡланған ке­ше­ләренең береһе — ҡабат­ланмаҫ йырсы, бейеүсе Майкл Джексон. Егет үҫмер са­ғынан уҡ ошондай мәшһүр шәхестәргә оҡшарға ынтыла. Ысынлап та, хыялдар ҡа­сан да тормошҡа аша. 21 йәш­лек заман­дашыбыҙ уңыштарға нәҡ тырыш­лығы ар­ҡаһында ирешкән. 
Әйткәндәй, бейеүгә маһир йәш талант яуланғандар менән туҡталып ҡалырға йыйынмай. Киләсәктә үҙенең бейеү мәктәбен асырға хыяллана һәм, уҡыуын камиллаштырып, халҡыбыҙ мәҙәниәтенә хеҙмәт итергә теләй.
Йәштәребеҙ, Роберт кеүектәрҙән үрнәк алып, киләсәктә бөтөн донъяға халҡыбыҙ данын таратһын ине.
Автор: Нурия ШӘРИПОВА.
"Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb