12 июнь - Ҡала көнө

12 июнь - Ҡала көнө
Быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһы 440 йыллығын билдәләй. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төп байрам саралары 12 июндә Ленин исемендәге майҙанда уҙасаҡ. Театрлаштырылған тамаша ике өлөштән тора. Майҙанда башҡорт тирмәләре урынлаштырылып, унда төрлө халыҡ кәсептәре менән танышырға мөмкин буласаҡ.
Был көндө асыҡ һауала спорт ярыштары ла ойоштороласаҡ. Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙанда милли көрәш буйынса асыҡ кубок бәйгеһе уҙғарыла. Ә Дуҫлыҡ монументы янында һыу спорты төрҙәре буйынса ярыш үткәрелә. Быйыл Ленин урамы буйлап йәйәүлеләр биләмәһе булдырылмай. Рәсәй һәм Ҡала көнө киске ун икенсе яртыла Ленин исемендәге майҙанда байрам фейервергы менән тамамлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb