«Алтын битлек» театр премияһы исемлегенә Башҡортостандан 3 спектакль инде

«Алтын битлек» театр премияһы исемлегенә Башҡортостандан 3 спектакль инде

Башҡортостандан өс театрҙың спектаклдәре Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһының «Эксперт советы фекеренсә 2019-2020 йылдар миҙгеленең билдәле спектаклдәре» исемлегенә инде.

Драма театрҙары араһында:

- Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Гөлбостан»ы, режиссеры Айрат Абушахманов.

- “Айгөл иле”, Стәрлетамаҡ рус драма театры, актриса Светлана Ғиниәтуллинаның эше айырым билдәләнә.

Музыкаль театрҙар араһында – ҡуйыусы дирижер Артем Макаровтың һәм театр оркестрының эше өсөн  Башҡорт опера һәм балет театрының «Конек-Горбунок» балеты.

XXVII фестиваль 2021 йылдың март айында үтәсәк. Матбуғат конференцияһында «Алтын битлек»тең директоры Мария Ревякина киләһе йылда Достоевскийҙың 200 йыллығына махсус программа буласағын әйтте. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb