Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡыҙыҡ был тормош...» исемле яңы китабы донъя күрҙе

Айгиз Баймөхәмәтовтың  «Ҡыҙыҡ был тормош...» исемле яңы китабы донъя күрҙе

Күптән түгел Айгиз Баймөхәмәтов «Ҡыҙыҡ был тормош...» исемле яңы китап баҫтырып сығарҙы. Баҫмаға замандаштар тураһында лаҡаптар, көлкөлө хикәйәләр, шулай уҡ яҙыусының шәхси архивынан фотолар ингән. Баҫманың тиражы – ике мең дана, Өфөнөң «Инеш» нәшриәтендәдонъя күргән.

Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренең тормошо тураһында «Ҡалдырма, әсәй!» китабы ҙур билдәлелек килтерҙе. Китап рус, сыуаш, татар, ҡаҙаҡ, азербайжан телдәренә тәржемә ителгән, шулай уҡ Рәсәйҙең милли яҙыусылары баҫмалары араһында иң күп тиражлы булып тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb