27 ғинуарҙа Азат Айытҡоловтың юбилей кисәһе уҙа

27 ғинуарҙа Азат Айытҡоловтың юбилей кисәһе уҙа

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡоловтоң исеме музыка яратыусыларға киң билдәле. Башҡорт дәүләт филармонияһында ул 1978-се йылдан алып эшләй. Башҡортостандың данын ул Дания, Финляндия, Монголия, Әфғанистан, Перу, АҠШ, Канада, Испания, Португалия, Австралия, Яңы Зеландия, Сингапур, Бельгия, Австрия, Германия, Швейцария, Төркиә кеүек илдәрҙә яҡланы, сит халыҡтарҙы башҡорт моңо менән таныштырҙы.

Тәбиғәт тарафынан бирелгән сағыу һәләт, моңдо тоя белеү, яҡшы техника, музыкаль хәтер, импровизациялау оҫталығы һәм ижади ҡомар ҡурайсыға профессиональ музыканттар араһында ла һәр ваҡыт алғы сафта булырға ярҙам итә. Быға миҫал булып уның күп төрлө еңеүҙәре тора. Һуңғыларын ғына телгә алғанда: IV «WORLD MUSIC» һәм «Astana-Arkau» Халыҡ-ара фестивалдәре дипломдары.

2011 йылда, Башҡортостан Республикаһының музыка сәнғәтенә индергән ҙур өлөшө өсөн, Азат Айытҡолов «Алтын Урал» Халыҡ ижады премияһы лауреаты булды.

Артист башҡорт моңон заманса формаларҙа популярлаштырыу өлкәһендә лә хеҙмәт итә. Америка саксофонисы Пол Винтер менән «Ҡурай смокингта», Өфөнөң билдәле орган оҫтаһы, БР-ның халыҡ артисы Владислав Мортазин менән «Ҡурай орган менән осраша» тигән үҙенсәлекле программалар тәҡдим итте. Был ижади көстөң «Ел көйө» концерты Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә лә йылы ҡабул ителде.

Бөгөн Азат Айытҡолов филармония ижади йәштәренең репетиторы һәм ижади остазы булып тора.

Ҡурайсының 65 йәшлек юбилейына арналған кисәлә уның ижадташ һәм  сәхнәләш дуҫтары, уҡыусылары, Өфө сәнғәт институты уҡытыусылары, филармония солистары һәм коллективтары ҡатнашасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb