13 ноябрь — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө

13 ноябрь — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө

Башҡортостанда яңы иҫтәлекле дата барлыҡҡа килә — 13 ноябрь 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө тип билдәләнәсәк. “Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле даталар тураһында” Законға үҙгәрештәрҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары 30 ғинуар пленар ултырышта ҡараясаҡ. 

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышында Брянск, Воронеж, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында, Сталинградта барған алыштарҙа еңеү яулай. Дивизияның 3860 яугиры орден, миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугир Советтар Союзы Геройы исемен ала.

Сығанаҡ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb