12 иң матур башҡорт һүҙе билдәле булды

12 иң матур башҡорт һүҙе билдәле булды

1 ноябрҙә «Иң матур башҡорт һүҙе» проекты иғлан ителгәйне. Республика халҡы ошо ваҡытта үҙ варианттарын тәҡдим итте. Сайтҡа бөтәһе 1000-дән ашыу һүҙ килде.

Халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә төҙөлгән исемлек бына шундай (һүҙҙәр алфавит тәртибендә бирелгән):

1. Атай

2.Йөрәккәйем

3.Йән

4.Йәнтөйәк

5.Ҡот

6.Намыҫ

7. Өмә

8. Сабыр

9. Тылсымлы  

10. Хыял

11. Һөйәм

12. Әсәй

bashslovo.ru сайтында башҡорт телендәге матур яңғырашлы һүҙ өсөн тауыш биреү бара. 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, ниндәй һүҙҙең иң матур икәне билдәле буласаҡ. Тауыш биреүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының  Граждандар  йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында, шулай уҡ Бөтә  донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр  телеканалы  хеҙмәттәшлегендә «Медиаформат» балалар-үҫмерҙәр үҙәге һәм «Телешко» балалар  телевидениеһы мәктәбе. Уға республиканың дәүләт телдәрен, Башҡортостан  халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн республика Башлығы гранты  аҡсаһы  бүленгән. Проект авторы — Рөстәм Аҙнабаев.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb