12 июндә Өфөлә ниндәй саралар үтәсәк?

12 июндә Өфөлә ниндәй саралар үтәсәк?

Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды - Рәсәй көнөн, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 449 йыллығын һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыуҙы билдәләй. Байрам саралары республика етәкселәре һәм абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашлығында Дуҫлыҡ монументына һәм Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Ағиҙел йылғаһы буйында байрам программаһы һәм спорт-күрһәтмә сығыштары ойошторола, һыу суднолары парады була. Кисен «Өфө - хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһына сәскәләр һалыу тантанаһы үтәсәк.

Байрамда төп майҙансыҡтарҙың береһе - ҡаланың үҙәк өлөшө. Бында «Өфө, саф һауала йөрөйбөҙ!» ҡала фестивале уҙасаҡ. Иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 5-кә тиклем урамдарҙың алдан ябылған участкалары «Мәҙәни Арбат»ҡа әүереләсәк, һөнәрселек, күргәҙмә зоналары ойоштороласаҡ, интерактив майҙансыҡтар эшләйәсәк, музыканттар һәм рәссамдар урынлашасаҡ. «Родина» кинотеатры янында «Өфө - театр» майҙансығы асыла. Үҙҙәренең спектаклдәрен ҡаланың профессиональ һәм һәүәҫкәр театр коллективтары күрһәтәсәк. «Өфө: батырлыҡ һәм дан дәүере» фестивале барышында Ленин урамының төп почтамттан алып «Башҡортостан» дәүләт концерт залына тиклемге өлөшө ҡаһарманлыҡ һәм дан проспектына әүерелә. Һәр район ҡаланың үҫешенә тос өлөш индереүен сағылдырған ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк.

«Өфө: батырлыҡ һәм дан дәүере» фестивале барышында Ленин урамының бер өлөшө төп почтамттан алып «Башҡортостан» дәүләт концерт залына тиклем ҡаһарманлыҡ һәм дан проспектына әүерелә. Һәр район ҡаланың үҫешенә тос өлөш индереүен сағылдырған ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда «Өфө - студенттар» майҙансығы урынлашасаҡ. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары һөнәри йүнәлеш биреү зоналары ойоштора, студенттарҙың ижади коллективтары концерт программаһы бүләк итә. Иң ҙур ҡыҫтыбый әҙерләү күҙаллана. Рус драма театры алдындағы майҙанда - «Өфө - яратҡан ҡалам!» исемле концерт. Унда ҡаланың алдынғы ижади коллективтары, шулай уҡ башҡорт, татар һәм Рәсәй эстрадаһының популяр вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Программа 23:00 сәғәттә байрам салюты менән тамамланасаҡ.

Шулай уҡ был көндө республика етәкселәре һәм абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашлығында «Нефтехимик» мәҙәниәт һәм ял паркын асыу тантанаһы була. Программала ҡаланың ижади коллективтары концерты, һүрәттәр күргәҙмәһе һәм спортсыларҙың күрһәтмә сығыштары ҡаралған. Ижади йәштәрҙе йәлеп итеү үҙәге итеп «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы һайланған. Бында  «Һыу яҡтыһы» йәштәр фестивале үтәсәк. Уның сиктәрендә «Хәрәкәт 02» йәштәр бейеү фестивале, «Рэп 02» традицион рэп фестивале һәм «ЭлектроӨфө» диджейҙар фестивале уҙасаҡ. «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа «Рәсәй блогерҙары» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале уҙғарыла. Ул 12 июндә йыл һайын уҙғарыла. Уҙғарыуҙың төп маҡсаты - йәштәрҙең иғтибарын мөһим дәүләт даталарына йәлеп итеү. Сараны «Рус мәҙәниәте фонды» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойоштора.

Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Уның сиктәрендә төрлө оҫталыҡ дәрестәре, автограф-сессиялар һәм интерактивтар уҙасаҡ, улар ҡунаҡтарға яратҡан блогерҙары менән аралашырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ лаунж зонаһы, триколор төҫөндәге флешмоб эшләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb