11-15 октябрҙә Өфөлә Башҡорт теленән олимпиада үтә

11-15 октябрҙә Өфөлә Башҡорт теленән олимпиада үтә

11-15 октябрҙә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм "УМАЙ" этномәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма башҡорт теле буйынса олимпиада үткәрә. Был проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы һорауҙар менән онлайн-тест формаһында эштәр әҙерләнгән:

1. Башланғыс кимәл - башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;

2. Ирекле кимәл - башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;

3. Башҡорт теле диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн диалекттар темаһына һорауҙар. Олимпиаданың сайты: http://basholimpiada.ru

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb