1 июндә Өсөнсө "Арт-Ҡоролтай. Балалар" мәҙәни форумы үтә

1 июндә Өсөнсө "Арт-Ҡоролтай. Балалар" мәҙәни форумы үтә

2023 йылдың 1 июнендә Өфөлә «Торатау» конгресс-холында «Арт-Ҡоролтай.Балалар»  мәҙәни форумы ойошторола. Сара, ғәҙәттәгесә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә - балаларҙың именлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән байрамға арнала.

Сарала Башҡортостандың иң һәләтле һәм талантлы балалары, төрлө конкурстарҙа һәм ижади проекттарҙа еңеүселәр һәм лауреаттар, шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһе мәғариф учреждениелары етәкселәре һәм төп педагогтары ҡатнаша. Форумда ҡатнашыусыларҙың бөтә категориялары өсөн киңәйтелгән белем биреү, аң-белем таратыу һәм күңел асыу программаһы, интерактив майҙансыҡтар, урта һөнәри һәм юғары белем биреү учреждениелары күргәҙмәләре, балалар һәм өлкәндәр өсөн тематик ижади зоналар, шулай уҡ проекттар менән таныштырыу һәм «Башҡортостан - Евразия йөрәге» икенсе ижади проекттар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү ҡаралған. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb