История библиотек

Китапханалар, дөйөм файҙаланыу өсөн матбуғат һәм яҙма әҫәрҙәрҙе йыя һәм һаҡлай торған мәҙәни-ағартыу һәм фәнни ярҙамсы учреждениелар. 

Китапханалар ерҙә изге бурыс үтәй — улар ысын-ысындан белем ҡорамы, милли мәҙәниәт байлыҡтарын һаҡлаусы аң-белем үҙәктәре булды һәм булып ҡала. Бөгөн дә китапхана — ҡала һәм ауылдарҙың мәҙәни, белем биреү һәм мәғлүмәт инфраструктураһының төп элементтарының береһе, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерә. Дәүләт власы органдары китапхана эшен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Китапханаларыбыҙ, уларҙың йәмғиәттең мәҙәни, интеллектуаль һәм рухи тормошондағы роле менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.

Китапханалар тик китап биреү менән генә шөғөлләнмәй, улар мәҙәни-ағартыу үҙәктәре лә. Төрлө ғалимдарға, яҙыусыларға, арҙаҡлы шәхестәргә арналған юбилей кисәләре, тантаналы саралар, китап күргәҙмәләре, виртуаль күргәҙмәләр, осрашыуҙар, төрлө конкурстар, башҡорт әҙәбиәте классиктарының, әҙәбиәтселәрҙең ғилми әҫәрҙәрен презентациялау, марафондар ойоштороу – ошоларҙың барыһын да тормошҡа ашыралар китапханала. 

БР Мәҙәниәт министрлығы менән Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә китапханалар араһында әҙәби марафондар уҙғара. Был сарала республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән китапханасылар ҡатнаша. Был сараларҙың маҡсаты – республикабыҙҙың һәр төбәгендә ижад ителгән халыҡ ынйыларын иҫәпкә алыу, ҡайһы районда ниндәй яҙыусы тыуған, уларҙың әҫәрҙәре, библиографиялары, фотоһүрәттәре, ижадҡа яңы аяҡ баҫҡан йәштәр менән бәйләнеш булдырыу, һәр бер яҙыусы тураһындағы мәғлүмәтте электрон вариантҡа күсереп, китапхана сайтына ҡуйыу. Хәҙер инде һәр кем өйөнән сыҡмайынса Рәсәйҙең генә түгел, ер шарының бар төбәгенән интернет аша һәр яҙыусы тураһында мәғлүмәт табып, уның ижады, библиографияһы менән таныша ала. Һәр районда моделле китапханалар асыуҙа, БР Мәҙәниәт министрлығының роле бик ҙур. Яңыраҡ республикабыҙҙа йөҙөнсө моделле китапхана асылды. Тимәк, бәләкәй генә ауылдарҙа ла интернет аша цифрланған бөтә китаптар менән һәр кем таныша ала.

Бөгөн бөтә өлкәләрҙә мәғлүмәти технологиялар сафҡа индерелгән ваҡытта, китапхана системаһында юғары технологияларһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Башҡортостанда был йүнәлештә күп эштәр башкарыла.

Республикабыҙ китапханаларында 1993 йылдан электрон каталогтар алып барыла, ә 2003 йылдан иһә «Руслан» тип аталған автоматик китапхана мәғлүмәти системаһы программа сафҡа индерелә. Китапхана системаһына юғары технологиялар индереү бер яҡтан китапханасылар эшен еңеләйтһә, икенсе яҡтан китап уҡыусылар өсөн ҙур мөмкинселектәр аса: кәрәкле материалды тиҙерәк эҙләп табыу өсөн электрон каталог, китапханала интернет селтәренә сығыу мөмкинселеге, (ЦПИ), (РИО). Киләсәктә асыласаҡ интернет уҙәктәре, уҡыу залдарында Wi-Fi нөктәләре мәғлүмәт алыу мөмкинселектәрен тик киңәйтәсәк кенә.

Бөгөн китапханалар – иркен рәүештә бөтә донъя мәғлүмәт ресурстары менән ҡулланыр­ға мөмкинлек биргән мәғлүмәт, мәғариф, ял ваҡытын уҙғарыу үҙәктәре. Был, тәүге сиратта, уларҙың эшенә заман технологияларын индереү, яңы интеллектуаль ял итеү үҙәктәре булдырыу менән бәйле. Әле Башҡортостанда 1743 китапхана эшләй: 1620-һе –‒ райондарҙа, ә 123-ө ҡала­лар­ҙа урынлашҡан. Респуб­ли­кабыҙ Рәсәй кимәлендә китапхана, дөйөм фонд күләме һәм ҡулланыусылар һаны буйынса беренсе урында тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb