“Өфөнән һөйөү менән!” Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә күрһәтелә

“Өфөнән һөйөү менән!” Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә күрһәтелә

«Еңмеш” фильмы менән киң танылыу алған йәш режиссер Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” фильмы Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә күрһәтелә.

Илебеҙ баш ҡалаһында абруйлы ижади форум башланды.  Ауыл йәштәре тормошон һәм психологияһын яҡшы белеүсе кино оҫтаһының тулы метражлы лирик комедияһы  Башҡортостан башлығы грантына төшөрөлгән. Бөтә Рәсәй прокатҡа сығыусы беренсе фильм «Башҡортостан» киностудияһы ярҙамында донъя күргән.

Дәртле, һәләтле актерҙар  заман йәштәрен уйнай. Әрме хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтып килеүсе төп герой Уралды төрлө мажаралар көтә. Егеттең һөйгән ҡыҙы вәғәҙәһендә тормай, ҡала егетенә әүрәп ҡуя. Быуындан-быуынға тапшырылып килгән йөҙөктө лә һатып ебәрә. Ғаилә ҡомартҡыһын эҙләүсе Урал төрлө мажараларға тарый.

 “Өфөнән һөйөү менән” кинокартинаһы Башҡортостанда ҙур уңыш менән барҙы. Комедия 12 иң яҡшы фильмдар исемлегән эләкте һәм тамашасылар йөрөшө буйынса ҡайһы бер Голливуд блокбастерҙарын уҙып та китте.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb