Өфөлә Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының тынлы оркестры сығыш яһаясаҡ

Өфөлә Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының тынлы оркестры сығыш яһаясаҡ

27 октябрҙә Өфөлә, Ф.И.Шаляпин исемендәге концерт залында, К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының Тынлы оркестры ойошторолоуға 25 йыл тулыуға арналған концерт үтәсәк.

Сибай сәнғәт колледжы 1997 йылда Урал аръяғы халыҡтарының мәҙәни мираҫын, традицияларын һаҡлау, классик һәм традицион сәнғәтте үҫтереү, һәләтле балаларҙы уҡытыу, шулай уҡ был яҡтың райондарында мәҙәниәт өлкәһендә белгестәр етешмәүе менән бәйле ойошторолған.

Колледждға нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге директоры – Башҡортостандың халыҡ артисы, «Дуҫлыҡ» ордены, «Салауат Юлаев» ордены кавалеры Камил Вәлиев.

Колледжда төп дөйөм һәм тулы урта белем биреү нигеҙендә Инструменталь башҡарыу (Фортепиано, Оркестр ҡыллы уйын ҡоралдары, Оркестр тынлы һәм һуҡма уйын ҡоралдары, Халыҡ оркестры уйын ҡоралдары, Рәсәй(башҡорт) халыҡтары уйын ҡоралдары), Вокал сәнғәте, Һынлы сәнғәт, Актерлыҡ сәнғәте, Халыҡ художество ижады (Хореография ижады, Этнографика) һөнәрҙәре буйынса уҡытыу алып барыла. Уҡыу йортонда халыҡ музыка ижадының иң яҡшы традициялары һаҡлана һәм үҫешә.

- Теүәл 25 йыл элек Сибайҙа Өфө сәнғәт училищеһының филиалы асылды. Камил Вәлиев етәкселегендәге музыка бүлегенә 10 студент уҡырға инде. Ошо йылдар эсендә колледж 200-ҙән ашыу белгес әҙерләп сығарған. Быйыл юбилей уңайынан бик күп сара ҡаралған. Шуларҙың береһе – Өфө сәнғәт училищеһының Федор Шаляпин исемендәге Концерт залында беҙҙең Тынлы оркестрҙың концерт,– тине Сибай сәнғәт колледжы директоры вазифаһын башҡарыусы, директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Дилә Фәттәхова.

Сибай колледжы юбилейына арналған кисә сиктәрендә шулай уҡ уҡытыусыларҙың белемен арттырыу курстары, лекциялар, студенттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Фойела художество бүлеге студенттарының эштәре күргәҙмәһе эшләйәсәк.

Концертты ойоштороуҙы башлап ебәреүселәр – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Тынлы һәм һуҡма инструменттар кафедраһы мөдире, профессор Лидия Фоменко һәм Сибай колледжы директоры Замир Йәнтүрин (әлеге ваҡытта мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған).

Программа киске сәғәт 6-ла башлана, инеү бушлай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb