Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың бенефисы үтте

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың бенефисы үтте

18 һәм 19 октябрь көндәре Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаровтың бенефис спектаклдәре үтте.

18 октябрь көнө Олег Ханов ҡуйылышында  «Мамуля» комедияһы һәм 19 октябрь көнө Айрат Абушахманов режиссерлығында “Бәхет хаҡы” музыкаль мелодрамаһы тәҡдим ителде. Төп ролдәрҙе башшҡарыусы-юбиляр Фидан Ғафаров сығыш яһаны. Бөйөк актерҙы ҡотлар өсөн хөрмәтле ҡунаҡтар йыйылғайны.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.

«Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең ижад юлығыҙ-актерлыҡ оҫталығына һәм милли мәҙәниәттең бай традицияларына тоғролоҡтоң сағыу миҫалы. Бөтә тормошоғоҙ менән бәйле Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә матур юбилейығыҙҙы ҡаршы алыуығыҙ айырыуса ҡыуандыра.

Күп тиҫтә йылдар һеҙ тамашасыларҙы, талантығыҙҙы ихтирам итеүселәрҙе күп яҡлы оҫталығығыҙ менән шатландыраһығыҙ. Үҙенсәлекле актерлыҡ һәләте, көслө һәм хисле тауыш, күңел ихласлығы һеҙгә уңыш һәм тамашасыларҙың ихлас һөйөүен алып килде. Һәр ролегеҙҙең тәьҫирлеге һәм психологизмы йәш актерҙар өсөн өлгө булып тора. Һеҙ күп милләтле республика мәҙәниәтенең ҡаҙанышы булған йөҙҙән ашыу ҡабатланмаҫ һәм онотолмаҫ сәхнә образы тыуҙырҙығыҙ.

“Ғәлиә”, “Тапшырылмаған хаттар”, “Айһылыуҙың айлы кистәре” һәм башҡа спектаклдәрҙә башҡарған йырҙарығыҙ әлеге көндә лә бик популяр. Мостай Кәрим повесы буйынса ҡуйылған “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” спектаклендәге актерлыҡ һәләтегеҙҙең барлыҡ нескәлектәрен асып биргән Мәрәһим роле өсөн һеҙ Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булдығыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, яңы ижади уңыштар теләйем”, -тиелә хатта.

Шулай уҡ Әминә Ивний ҡыҙы юбилярға актерлыҡ һөнәренә тоғролоҡ, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүҙә тос өлөш индергәне өсөн Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.

«Фидан Сафа улы Ғафаров – халҡының бөйөк улы, театр сәнғәтенең алтын йондоҙо. Ихлас күңелдән күркәм юбилейығыҙ менән тәбрикләйем», – тине министр.

Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай исеменән билдәле шағирә, депутат Йомабикә Ильясова ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм шулай уҡ Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.

Фидан Ғафаровты ҡотлау өсөн яҡташтары: Дүртөйлө районының башлығы урынбаҫары Рәмил Хәсәнов һәм райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәсим Ямалетдинов сәхнә түренә сығып, юбилярға ихлас теләктәрен яңғыратты.

Байрам кисәһенең аҙағында Фидан Ғафаров барлыҡ тамашасыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Фидан Ғафаровтың юбилей концерты 10 ноябрь көнө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә үтәсәк.

 

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың бенефисы үтте
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың бенефисы үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb