Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы“Мөхәббәт менән йәшәйем” исемле күргәҙмә тәҡдим итә

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы“Мөхәббәт менән йәшәйем” исемле күргәҙмә тәҡдим итә

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана абонементы, уҡыусылары иғтибарына романтик шағирә, лирик Нина Зиминаның 75 йәшлек юбилейы айҡанлы, “Мөхәббәт менән йәшәйем” китаптар күргәҙмәһен тәҡдим итә. Нина 1947 йылда Белорет ҡалаһында тыуа, 15-се һанлы мәктәптә уҡый һәм көмөш миҙалға тамамлай.
Бала сағында классик жанрҙар йырсыһы булырға хыяллана. Радиола белем ала. Әммә ҡаты сир сәбәпле был хыялын тормошҡа ашыра алмай.
Педагогик институтты тамамлағандан һуң, 12 йыл мәктәптә уҡыта. Тәүге шиғырҙары “Белорет эшсеһе” гәзитендә 1962 йылдарҙа баҫыла. Балалар уҡытыуға барлыҡ дәртен, көсөн һала. Әммә көтмәгәндә тағы ҡаза килә. Был юлы ул һөйәген һындыра. Операция уңышһыҙ үтә.
Нина Николай ҡыҙын шиғырҙар ҡотҡара. Тап ошо осорҙа ул яҙыша башлай. Ижадының төп темаһы булып мөхәббәт тора. Донъяның бөтә матурлығын күреп, Хоҙайына мең рәхмәттәр уҡып тормошон дауам итә.
Бала сағының иң яҡты иҫтәлеге – ул әсәһе. Әсә кеше ҡыҙына бер ҡасан да бирешмәҫкә өйрәтә лә инде. Ҡыҙҙа әсә оптимистик рух тәрбиәләй. “Этюд в бирюзовом цвете” шиғырында әсәһе менән өләсәһе образдарын һүрәтләй.
Ауырыуына ҡарамаҫтан, әҙәбиәт менән шөғөлләнеүен ташламай. “Бельские просторы” журналы менән хеҙмәттәшлек итә. Ошо журналда “Ҡояш артынан йүгереү” һ.б. әҫәрҙәре баҫыла.
Нинаның ижадына тормош иптәше Николай Худовеков көслө йоғонто яһай. Бергә 20 йылдан ашыу ғүмер итәләр. Николай Нинаға яңынан-яңы темалар асырға ярҙам итә, тәнҡитсе лә була.
Әлеге мәлдә Нина Зимина “Кесе йома” әҙәби ойошмаһы ағзаһы, РБ-ның Яҙыусылар союзы ағзаһы иҫәпләнә.
Күргәҙмәлә төрлө йылдарҙа баҫтырылған китаптар тәҡдим ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb