Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләне

lХалыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай кеүек башҡорт яҙыусыларын биргән ырыҫлы төбәкЫрымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Район үҙәге Плешан ауылында ошо уңайҙан күләмле байрам саралары үтте.
Программала театрлаштырылған тамаша, ат ярышы, күргәҙмәләр ҡаралғайны. Башҡорт­остандан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йынан, Баймаҡ районы хакимиәтенән мәртәбәле делегация ҡатнашты. Әйткәндәй, өлкәлә иң күп башҡорттар (дүрт меңләп) ошо төбәктә йәшәй.
Байрамда биҙәү-ҡулланма сәнғәте өмәләре, милли аш-һыу күргәҙмәләре эшләне. Сәхнәгә сыҡҡан һәүәҫкәр артистарҙы һәм коллективтарҙы жюри баһаланы. Люциә Кинйәбулатова (Белое Озеро), Ғәйникамал Ниғәмәтова (Һарт-Әбдрәш), Гөлниса Лоҡманова (Ҡалмыҡ-Әбдрәш), Бибиниса Закирова (Оло Солтан), Юлиә Яхина (Сафакүл), Зинфира Заҡорҙаева (Сафакүл), “Сафакүл ҡыҙҙарывокаль ансамбле, “Абултай килендәрефольклор коллективы концерттың биҙәге булды.
l
Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте көндәре быйыл 12 августа Гай районының Вишневое ауылы янында, Ирекле һыу һаҡлағысы буйында була. Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин әйтеүенсә, байрамға етди әҙерлек бара.
Башҡортостандан Бишбүләк, Күмертау һәм Хәйбулла райондары делегацияларының ҡатнашыуы көтөлә. Ырымбур өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән Ҡыуандыҡ, Ҡыҙыл Гвардия һәм Гай райондарының һәүәҫкәр коллективтары ҡатнашлығында концерт әҙерләнә, тирмәләр ҡороласаҡ, көрәш һәм халыҡ уйындары ойоштороласаҡ. Ырымбур башҡорттары уҡ атыуҙы тергеҙеү менән дә ҡыҙыҡһына.
l
Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында Өфө мэры Ирек ЯлаловАҡбуҙатбашҡорт этномәҙәни берекмәһе ағзалары һәм урындағы Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы секретариаты менән осрашты. Унда башлысаАҡбуҙатберекмәһенә, Ҡаҙағстандағы башҡорттарға ярҙам итеү тураһында һүҙ барҙы. Ирек Ишмөхәмәт улы яҡын арала башҡорт халҡының милли кейемен һәм атрибутикаһын бүләк итергә вәғәҙә бирҙе, тип хәбәр итә берекмә етәксеһе Урал Аҙнабаев.
Астанала меңгә яҡын башҡорт йәшәй, Ҡаҙағстанда иһә – 17 мең.
Аҡбуҙат” – Ҡаҙағстандағы ике башҡорт үҙәгенең береһе. Икенсеһе Маңғыстау өлкәһенең Аҡтау ҡалаһында урынлашҡан. Башҡа үҙәктәрбашҡорт һәм татар берләшмәләре.
l
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадының мәшһүр ҡомартҡыһыУрал батырэпосына, уның төп мифологик геройҙарына Өфө ҡалаһында һәйкәл ҡуйыу башланғысы менән сығыш яһағайны.
Ҡоролтай янында билдәле фольклорсы ғалимдар, тарихсылар һәм скульпторҙарҙан торған эш төркөмө төҙөлдө, тиҙ арала композицияның концепцияһы әҙерләнде.
Бөгөн донъя күләмендәге әҫәр – “Урал батырэпосын ташта мәңгеләштереүгә теләге булған һәр скульптор, архитекторҙар был эшкә ҡушыла ала. Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы – “Урал батырэпосын оҫталар нисек күрә? Башҡарма комитет был өлкәлә ижад иткән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе, шулай уҡ яңы эш башлаған талантлы, рухлы йәш белгестәрҙе лә хеҙмәттәшлек итергә саҡыра. Бының өсөн 2017 йылдың 1 сентябренә тиклемУрал батырэпосы буйынса эшләнгән макеттар, график һүрәттәр тупланған альбом әҙерләп, уны Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына ебәрергә йәки түбәндәге адрес буйынса килтереп тапшырырға кәрәк: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 3, 101-се бүлмә.
Белешмәләр өсөн телефондар: 8(347)246-32-47, 250-49-31.

http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/27184-kl-tamsynan-yyyyla.html

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb