Сәхнәлә сихри ҡурай моңо, ҡумыҙ, думбыра һәм ҡыл-ҡумыҙ сыңдары

Сәхнәлә сихри ҡурай моңо, ҡумыҙ, думбыра һәм ҡыл-ҡумыҙ сыңдары

Иртәгә,15 апрель көнө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында милли аһәң, рух байлығы менән һуғарылған «Халҡымдың һүнмәҫ хазинаһы» концерттар циклын йомғаҡлау кисәһе – «Моңло халҡым аманаты» тамашаһы үтә. Башҡорт халҡының рухы, данлы-ҡанлы тарихы, ялҡынлы, матур киләсәге – ҡурай моңдарында, ҡумыҙ, думбыра һәм ҡыл-ҡумыҙ сыңдарында. Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова.

78-се ижад миҙгеле дауамында республикабыҙҙың төп мәҙәни усағы халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырыла килгән һәм бөгөн дә үҙ абруйын юғалтмаған ата-бабаларыбыҙҙың моңло аманатын һаҡлау, үҫтереү, уны бар донъяға танытыу маҡсатында «Халҡымдың һүнмәҫ хазинаһы» концерттар циклын ойошторҙо. «Ҡурай байрамы», «Тылсымлы ҡумыҙ» һәм «Уйна, думбырам!» проекттары тиҙ арала үҙ тамашасыһын тапты. Милли рух менән һуғарылған концерттар республика халҡы, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһында ла популярлыҡ яула

«Халҡымдың һүнмәҫ хазинаһы» концерттар циклының йомғаҡлау тамашаһында Башҡортостандың Халыҡ ҡоралдары милли оркестры (етәксеһе - Линар Дәүләтбаев), «Арғымаҡ» этно-рок (етәксеһе - Ринат Рамаҙанов) һәм «Ирәмәл» төркөмдәре, шулай уҡ Гүзәл Үмәрғәлина (думбыра), Миңлеғәфүр Зәйнетдинов (ҡумыҙ), Зәлиә Ғәниәтуллина (ҡыл - ҡумыҙ), Илнур Хәйруллин (ҡурай) ҡатнашасаҡ. Күптән инде билдәлелек яулаған сәхнә йондоҙҙары менән бергә Мәсетле районынан «Мираҫ» һәм Ғафури районынан «Асанай» ансамблдәре лә сығыш яһаясаҡ. 

Ғәжәйеп инструменттарҙың байлығы һәм  киң мөмкинлектәрен тағы бер үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, «Моңло халҡым аманаты»н ишетергә ашығығыҙ!  Илаһи көс ул – халыҡ моңо, халыҡ йыры, халыҡ көйө…

Тамашаға рәхим итегеҙ!

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb