Стәрлетамаҡта Бөтә донъя Фольклориадаһынан фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды

Стәрлетамаҡта Бөтә донъя Фольклориадаһынан фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды

 Стәрлетамаҡ ҡалаһында былтыр Мексикала үткән Бөтә донъя Фольклориадаһынан фотоһүрәттәр күргәҙмәһе үҙ ишектәрен асты.

 «Бөтә донъя Фольклориадаһы — 2016» — күсмә күргәҙмә, ул республиканың барлыҡ 63 муниципаль берәмектәрендә уҙа һәм 2018 йылдың аҙағында тамамлана.

Күргәҙмәлә Башҡортостандың мәҙәни делегацияһының Сакатекас ҡалаһында фестиваль сараларында, Веркруз штатында Mexico Festival CIOFF мәҙәни форумында, Мексиканың баш ҡалаһы Мехикола гала-концертта ҡатнашыуы тураһында фотоһүрәттәр менән танышырға мөмкин.

2020 йылда Башҡортостанда Бөтә Донъя Фольклориадаһын уҙғарыуға бәйле күргәҙмә республикала йәшәүселәрҙе донъя халыҡтарының этномәҙәни һәм фольклор традициялары, шулай уҡ CIOFF Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының эшмәкәрлеге менән таныштыра.

Белешмә өсөн:
Бөтә донъя фольклориадаһы Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының рәсми саралар өлөшө булып тора. Ғәҙәттә сарала 60-80 илдән өс мең самаһы артист ҡатнаша.

Тәүге Фольклориада 1996 йылда Голландияла, икенсеһе – 2000 йылда Японияла уҙғарылды. Венгрия өсөнсө Фольклориаданы үткәреү урыны булды. 2012 йылда Көньяҡ Кореяла дүртенсе Бөтә донъя фольклориадаһы уҙҙы. 2016 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы Мексикала гөрләне.

2015 йылда 45-се Бөтә донъя конгресында һәм Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының генераль ассамблеяһында 2020 йылда Фольклориаданың Башҡортостан Республикаһында уҙасағы иғлан ителде.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb