Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Ашҡаҙар таңдары" башҡорт фольклоры байрамы бара

Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Ашҡаҙар таңдары" башҡорт фольклоры байрамы бара

Әлеге мәлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Республика кимәлендә "Ашҡаҙар таңдары" исемле башҡорт фольклоры байрамы үтә.

Байрам сараһы сиктәрендә башҡорт фольклор коллективтары етәкселәре өсөн семинар, халыҡ ижадын өйрәнеүсе ғалимдар менән осрашыуҙар, милли кейем күргәҙмәләре эшләй.

«Ашҡаҙар таңдары» байрамы — ҙурлығы буйынса республиканың икенсе ҡалаһы халҡына төбәктең иң яҡшы фольклор коллективтарын күрһәтергә мөмкинлек биргән сара, үҙешмәкәр башҡорт фольклор коллективтарының берҙән-бер ижади ярышы ул.

Йыл да үткәрелеп килгән сарала Санкт-Петербург ҡалаһынан, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан, Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан бик күп фольклор коллективтары ҡатнашып килә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb