Салауат ҡалаһында "7 ҡыҙ театры" фильмы күрһәтелә

Салауат ҡалаһында  "7 ҡыҙ театры" фильмы күрһәтелә

 Бөгөн, 27 июнь көнө, 11.30 сәғәттә Салауат ҡалаһының "Октябрь" кинотеатрында "7 ҡыҙ театры" фильмының ябыҡ күрһәтеү сараһы ойоштороласаҡ.

Төркиәлә йәшәүсе яҡташыбыҙ, «Аҡ ҡош» ижади берлеге продюсеры, режиссер Кирстен Гайнет Салауат башҡорт драма театрына нигеҙ һалған Толбазы колхоз-совхоз театры тарихы тураһында документаль фильмын тамамланы.
Кинотаҫмала Бөйөк ватан һуғышы осоро сағылдырыла. 1941 йылда Толбазы колхоз театрында эшләгән ир-егеттәр барыһы ла фронтҡа алына. Актрисалар бер нәмәгә ҡарамай театрҙы һаҡларға, халыҡтың рухын күтәреп ижад итергә һүҙ бирә. Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылыуға, аслыҡ-яланғаслыҡ булыуға ҡарамаҫтан, улар вәғәҙәләренә тоғро ҡала. 

Фильмды беренселәрҙән булып Салауат театры артистары, ветерандары һәм саҡырылған ҡунаҡтар күрә аласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb