Салауат дәүләт башҡорт драма театры ветераны, билдәле актриса Мөнирә Занина донъя ҡуйҙы

Салауат дәүләт башҡорт драма театры ветераны, билдәле актриса Мөнирә Занина  донъя ҡуйҙы

Бөгөн Салауат дәүләт башҡорт драма театры ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Мөнирә Занина арабыҙҙан китте. Билдәле һам талантлы актриса быйыл 87 йәшен тултырыр ине.

 Ижад юлын актриса 1971 йылда башлай һәм Салауат дәүләт башҡорт драма театрына ғүмере буйы тоғро ҡала,  хеҙмәт юлын ошонда башлай һәм тамамлай.

 Мөнирә Ғараф ҡыҙы Занина 1999 йылға тиклем Салауат сәхнәһендә уйнай. Ул башҡорт һәм татар драматургияһының классик һәм заманса репертуарындағы төрлө спектаклдәрҙә тиҫтәләрсә роль башҡара. Миҫал өсөн, Хафаса (Ә. Мирзаһитов, «Әсәләр көтәләр улдарын»), Фәйрүзә(Ә. Мортазин, «Ләйсән»), Мәсрүрә (М. Ғафури, «Ҡара йөҙҙәр»), Зөһрә (М. Хәйҙәров, «Бәхет йондоҙо»), Бибинур (Н. Асанбаев, «Ҡыҙлы йорт»), Сәлимә (Ф. Бүләков, «Әбейҙәргә ни етмәй»), Зәбирә (Ф. Бүләков, «Яран гөл»).

Театр сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Мөнирә Занинаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb