«Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалында яңы рубрика

«Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалында  яңы рубрика

«Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалындағы «Иртә» тапшырыуында «Башҡортостан» ДТРК-һы фондынан» исемле яңы рубрика сыға башланы. Экранда уникаль кадрҙар: артистар һәм музыканттар, бейеү коллективтары һәм солистар. «Башҡортостан» ДТРК-һы фонды — төрлө форматтағы әҫәрҙәр коллекцияһы ул: иң яҡшы телевизион һәм радиоспектаклдәр, концерттар һәм легендар «Зәңгәр уттар». Материалдар республика радиоһы һәм телевидениеһындағы бөтә осорҙо үҙ эсенә ала.

Яңы рубриканың биш сығарылышы эфирға сыҡҡан да инде. Улар танылған бейеүсе һәм балетмейстер Фәйзи Ғәскәровтың юбилейына арналған. Был — Әмир Абдразаҡовтың «Күңел ҡанаттары» музыкаль кинотаҫмаһынан (1970 йыл) өҙөктәр. Уға «Байыҡ», «Заһиҙә», «Дуҫлыҡ», «Ете ҡыҙ» һәм «Сәкән» кеүек билдәле бейеүҙәр ингән.

«Беҙҙең ансамблдең бейеүҙәре менән илһамланған Асҡар ағай Абдразаҡовтың «Күңел ҡанаттары» фильмын уйлап сығарыуы хаҡында хәбәр иткән көндө бик яҡшы хәтерләйем. Болгарияла Халыҡ-ара йәштәр һәм студенттар фестивалендә «Заһиҙә» бейеүе өсөн бронза миҙал яулап ҡайтҡан саҡ, — тип иҫенә төшөрә бейеүсе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәшиҙә Туйсина. — Уҡытыусыбыҙ Фәйзи ағай Ғәскәров һәр сәхнәне төшөрөүҙә ҡатнашты, файҙалы кәңәштәр бирҙе, нисек һәм нимә эшләргә кәрәклеген аңлатты. Бейеүем өсөн иң яҡшы урын тип тыуған Баймаҡ районындағы Ғәҙелша шарлауығы һайланды. Ошонда, күркәм тәбиғәт ҡосағында, Әнүәр Ишбирҙин һәм Салауат Дәүләтбаевтың ҡурай моңо аҫтында ансамбль менән «Заһиҙә»не бейенем. Хәҙер был урынды «Рәшиҙә ташы» тип йөрөтәләр, күптәр шунда күтәрелеп, бейергә хыяллана».

«Башҡортостан» ДТРК-һы фондынан» рубрикаһы — кисәгенең, хәҙергенең һәм киләсәктең ҡайтанан берләшеүенә сағыу миҫал. Беҙҙең бурысыбыҙ — халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле сәнғәт әҫәрҙәрен һаҡлау, башҡорт милли мәҙәниәтенең данын күтәргән кешеләрҙең исемдәрен оноторға бирмәү», — тине «Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалы етәксеһе Айгөл Кантюкова.

«Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалындағы «Иртә» тапшырыуы көн һайын сәғәт 7-нән 8-гә тиклем эфирға сыға.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/1027695/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb