Рәсих Ханнановтың “Салауат ялҡыны” исемле китабы донъя күрҙе

Рәсих Ханнановтың “Салауат ялҡыны” исемле китабы донъя күрҙе

 Күптән түгел билдәле яҙыусы һәм шағир, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге  республика хөкүмәт премияһы лауреаты Рәсих Ханнановтың “Салауат ялҡыны” исемле китабы донъя күрҙе. Был китапҡа кескәйҙәр өсөн шиғырҙар, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев хаҡындағы “Ҡараһаҡал йәйәһе” һәм “Рогервик” пьесалары индерелгән. Сағыу һәм эстәлекле һүрәттәр менән биҙәлгән баҫма балаларҙың күңеленә хуш килер.

 Рәсих Нурғале улы Башҡортостан журналистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Тәү башлап ҡәләмен ул Ҡырмыҫҡалы район гәзитендә тибрәтә башлай, артабан оҙаҡ йылдар «Ҡыҙыл таң» гәзитендә мөхәррир булараҡ ижад юлын дауам итә.

 Журналистиканан тыш, үҙен әҙәбиәттә лә уңышлы һынай. Рәсих Нурғале улының бик күп шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән.   
Рәсих Ханнанов милли театрҙы үҫтереүгә лә көс һала. Уның авторлығындағы 20-нән ашыу пьеса Башҡортостан, Татарстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан сәхнәләрендә танылыу яулай. Рәсих Нурғәле улы композитор Рим Хәсәнов менән берлектә музыкаль комедиялар ҙа ижад иткән, уларҙы оҙаҡ йылдар Сибай театры ҡуйған. Барлығы 3 тиҫтәнән ашыу китап авторы ул.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb