Республикала «Ваҡыт йылғаһы» тарихи реконструкция фестивале уҙғарыла

Республикала «Ваҡыт йылғаһы» тарихи реконструкция фестивале уҙғарыла

 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда II «Ваҡыт йылғаһы» тарихи реконструкция фестивале уҙғарыла. Ҙур сара 30 июндә — 1 июлдә Ағиҙел йылғаһы буйында, Бөрөнән алыҫ түгел Силантьево ауылы эргәһендә ойошторола.

Фестивалде ойоштороусылар — Башҡорт дәүләт университеты, БДУ-ның Бөрө филиалы, «Бөрө уҡсылары» хәрби-тарихи клубы.

Фестивалдә төрлө дәүерҙәрҙең: XIII быуат русичтары, XIV быуат рыцарҙары-госпитальерҙары, XVII быуат хеҙмәтселәре менән Рус дәүләте уҡсылары, 1812 йылғы Ватан, Беренсе донъя һуғышы һәм Икенсе донъя һуғышы осоро рус һалдаттарының яландағы тормошо күрһәтеләсәк.

Фестиваль барышында хәрби-ялан лагерҙары, тарихи йәрминкә, факультеттарҙың оҫталыҡ дәрестәренең, анимация төркөмдәренең интерактив майҙансыҡтары эшләйәсәк. Конкурстар, спорт ярыштарын уҙғарыу ҡаралған. Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында иң яҡшы хәрби-ялан лагерына смотр-конкурс, шулай уҡ «Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаһы: тарих һәм хәҙерге заман» тигән темаға халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойоштороласаҡ.

«Ҙур интерактив лагерҙа төрлө дәүерҙәрҙең көнкүреш, ҡорал һәм хәрби техника өлгөләре күргәҙмәһе тәҡдим ителә. Тамашасылар Рәсәй армияһының бер нисә быуат буйына нисек яңырыуын үҙ күҙҙәре менән күрәсәк», — тип хәбәр итте Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директоры урынбаҫары Александр Пономарев.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb