«Мираҫ» галереяһында һынлы сәнғәт йорто рәссамдарының күргәҙмәһе асылды

«Мираҫ» галереяһында һынлы сәнғәт йорто рәссамдарының күргәҙмәһе асылды

«Мираҫ» галереяһында һынлы сәнғәт йорто рәссамдарының күргәҙмәһе башланды. Экспозицияла һынлы сәнғәт, графика, скульптура эштәре тәҡдим ителә.
Галереяға килеүселәр Рәсих Әхмәтвәлиевтың, Айрат Тереғоловтың, Рәис Ғайытовтың, Вәсил Ханнановтың, Ринат Харисовтың, Сергей Игнатенконың, Михаил Назаровтың һәм башҡа билдәле рәссамдарҙың ижады менән таныша ала.

Шулай уҡ, сәнғәт һөйөүселәрҙе Хитоши Танак, Камен Танев, Таһир Собханғолов, Бландин Готьен һәм Марика Лессия кеүек скульпторҙарҙың эштәре ҡыуандырасаҡ. Галереяла йәш һәләтле рәссамдар Альбина Әғзәмова һәм Ғәлиә Байғужинаның ижадына ҡараған эштәр ҙә бар.

 Яңырып торасаҡ күргәҙмә 31 августҡа тиклем эшләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb