Күренекле прозаик һәм драматург Таңсулпан Ғарипованы яҡташтары тәбрикләне

Күренекле прозаик һәм  драматург Таңсулпан Ғарипованы яҡташтары тәбрикләне

Күптән түгел, 17 октябрҙә Баймаҡ ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында күренекле прозаик, драматург, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың 70 йәшлек юбилейына арналған кисә булып үтте.

Сарала алыҫ араларҙы яҡын итеп яҙыусыны ҡотларға ҡәләмдәштәре Ҡәҙим Аралбай, Салауат Әбүзәр, Ринат Камал, Әхмәр Үтәбай, башҡорт телендәге журналдар мөхәррирҙәре Рәлиф Кинйәбаев, Гөлназ Ҡотоева, Мөнир Ҡунафин, Рәшиҙә Мәһәҙиева, З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Ғиниәт Ҡунафин ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры исеменән ҡотлауҙы Тансулпан Ғариповаға БР Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова еткерҙе. Юбилярҙы шулай уҡ Баймаҡ районы Хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов, яҡташтары, туғандары, дуҫтары ихлас тәбрикләнеләр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb