Кумертау ҡалаһында Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбленең йомғаҡлау концерты үтте

Кумертау ҡалаһында Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбленең йомғаҡлау концерты үтте

“Юшатыр” гәзите хәбәр итеүенсә, күптән түгел  Күмертауҙың «Рассвет» мәҙәниәт йортонда Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбленең йомғаҡлау концерты үткән. Етәксеһе Ринат Хәйбуллин халҡыбыҙ йырҙары, ҡурай моңдары, дәртле бейеүҙәр, йолаларҙан торған концерт программаһын әҙерләгән.

Фольклор ансамбленең тәүге ҡумыҙсылары етәксеһе, ветераны, Почет билдәһе ордены, Еңеүҙең 40 йыллығына Бөтә Союз фестивале лауреаты миҙалы менән бүләкләнде, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Солтангәрәева ла килгәйне. Ул, ансамблдең төҙөлгән сағын бөгөнгө хәле менән сағыштырып, хәтирәләрен уртаҡлашты. Шулай уҡ ансамбль ветераны Ирек Ғәли улы Үҙәнбаев үҙенең изге теләктәрен еткерҙе һәм уңыштар теләне.

Һәүәҫкәр йырсы, фольклор коллективының ветераны БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған табибы Ришат Вахитовтың сығышы, тамашасыларҙы илаһи моң менән хистәр тулҡынына күмеп, уларға мөхәббәтле яҙ бүләк итте.

Ҡалабыҙҙың йәш бейеүсеһе Гүзәлиә Хәлилованың бейеүе барыһына ла оҡшаны, ә йәш йырсы Айнур Туҡтаевтың үҙенә генә хас моңо менән халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал» йырын башҡарыуы рухи күтәренкелек өҫтәне.

Йәш ҡурайсы Радмир Хәлитов та, «Сулпан» вокал ансамбле лә тамашасы күңелен яуланы. Ансамблдең гармунсы, ҡурайсы, бейеүсе, йырсылары булған Гөлназ Әмирғәлина, Мәйсәрә Хәлилова, Земфира Ибраһимова, Зөлфиә Шәфиева, Әҡлимә Йосопова, Сәмәрә Мәһәҙиева, Фатима Усманова, Әхиәр Шәйәхмәтов, Хаҡҡолой Мөхәмәтйәнов, Рифат Вахитов, Салауат Йосопов, Миншат Ишкинина, Дим Асаинов, Булат Урманбәтов, Фаил Кәримовтарҙың сығыштары алҡыштарға күмелде.

Ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғолова коллективҡа ижади уңыштар теләп, тағы ла яңынан-яңы программа, йола байрамдарын тергеҙеп халыҡҡа күрһәтеүҙе һораны һәм фольклор ансамблен 35 йыллығы менән ҡотлап, ҡала башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһын тапшырҙы.

Тамашасылар рәхмәттәрен әйтеп, тағы ла концерт көтөп ҡалыуҙарын белдереп таралышты.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb