Костромала Башҡортостандың бейеү мәҙәниәте үҙенсәлектәре менән таныштылар

Костромала Башҡортостандың бейеү мәҙәниәте үҙенсәлектәре менән таныштылар

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илнур Әйүпов Костромала башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ул «Губерна балет мәктәбе халыҡтарҙы берләштерә 2.0» мәҙәни-мәғариф проекты программаһы сиктәрендә уҙҙы.

Биш сәғәтлек интенсив «Башҡортостан халыҡтарының бейеү мәҙәниәтенең төп үҙенсәлектәре. Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров мираҫы» темаһы буйынса барҙы. Илнур Әйүпов башҡорт халҡының мәҙәниәте, башҡорт бейеүендә сағылыш тапҡан йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында һөйләне, ҡатнашыусыларҙы башҡорт бейеүенең төп позициялары менән таныштырҙы. Һуңынан ул Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең алтын фондындағы хореографик композицияларҙы - «Гөлнәзирә» һәм «Зарифа» бейеүҙәрен өйрәнергә тәҡдим итте. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb