Данлы Юрматы ырыуы ҡор йыйҙы

Данлы Юрматы ырыуы ҡор йыйҙы

Башҡорт халҡының иң көслө ырыуҙарының береһе - юрматылар йыйын ойошторҙо. Ҡор Ишембай ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында пленар ултырыш менән асылды. Унда юрматы башҡорттары йәшәгән Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Мәләүез, Ауырғазы, Ғафури, Туймазы һәм Баҡалы райондарынан, шулай уҡ юрматылар ерендә һалынған  - Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларынан, Ырымбур, Свердловск  өлкәләренән, Татарстандан ҡәрҙәштәребеҙ йыйылды.  

Ултырышта ырыу тарихы, уның арҙаҡлы шәхестәренең яҙмышы, юрматыларҙың төрлө дәүерҙә ил алдында тотҡан бурыстары һәм баһалары, халыҡтың көнитмешенә, мәҙәниәтенә ҡағылышлы темаларҙы күтәргән йөкмәткеле сығыштар яңғыраны. Венгр ғалимы Аттилла Төрөк мадъяр һәм башҡорт мөнәсәбәттәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе.
Йыйында «Юрматы ырыуы» ижтимағи ойошмаһының уставы, гербы һәм гимны ҡабул ителде, ырыуҙың ҡор башы итеп Ишембай районы Һайран ауылы уҙаманы Риф Иҫәнов һайланды. Йыйындың икенсе өлөшө Торатау итәгендә дауам итте. Байрам ҡунаҡтарына бай этнографик экспозиция, шәжәрәләр, халыҡ һөнәрмәндәренең ҡул эштәре һәм милли ризыҡ күргәҙмәләре күрһәтелде. 
Тамашасының күңелен арбағаны шул булды - 13 быуатта йәшәгән Юрматы бейҙең бөгөнгө вариҫтары, йәғни һәр район вәкилдәре аҡ тирмәләр ҡорҙо, үҙҙәренең боронғо бабалары Юрматынан таралған бейҙәр Тәтегәс бей, Аҙнай бей, Ҡаһым түрә һәм башҡа тарихи шәхестәрҙең шәжәрәләре менән таныштырҙы. Ҡасандыр юрматылар беренселәрҙән булып рус дәүләтенә ҡушылһалар, әлеге ваҡытта ла улар үҙ ерҙәрен ташламай, ергә ерегеп йәшәй.   
Йыйын юрматы ырыуы халҡына яңы маҡсаттар ҡуйҙы. Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл айҡанлы яңырған ырыуҙар хәрәкәте барышында йыйын әләмен юрматыларға табындар тапшырһа, киләһе йыйынды мең ҡәбиләһе башҡорттары ҡабул итеп алды.  

Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/ular-y-orany-aytayla-tam-a-y-n-k-a-asy-y-ke/

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb