Бөгөн Рудольф Нуриев исемендәге 21-се халыҡ-ара балет фестивале асыла

Бөгөн Рудольф Нуриев исемендәге 21-се халыҡ-ара балет фестивале асыла

Өфөлә 23 майҙан алып 2 июнгә тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында  Рудольф Нуриев исемендәге XXI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале үтә.

Баш ҡалабыҙҙа бөгөн Рудольф Нуриев исемендәге 21-се халыҡ-ара балет оҫталары фестивале башлана. Тамаша СССР-ҙың халыҡ артисы, балетмейстер Юрий Григоровичтың 90 йәшенә арнап уҙғарыла. Фестиваль 1993 йылда уның тәҡдиме менән ойошторола башлай. Сарала Рәсәйҙән, сит илдәрҙән билдәле бейеү оҫталары, театр труппалары ҡатнаша. Сәнғәт оҫталары форумы башҡорт легендаларына нигеҙләнеп эшләнгән “Сыңрау торна” балеты менән асыла.

 Халҡыбыҙҙың талантлы улы Рудольф Нуреев исемен йөрөткән мәртәбәле фестиваль республикабыҙҙың ижади тормошонда айырым бер урын биләп тора.

Быйылғы фестивалдең географияһы тағы ла киңәйә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фестивалдә «Кремлёвский балет» һәм Ҙур театрҙың (Мәскәү), Михайлов театрының (Санкт-Петербург), Гранд-Опера (Париж) солистары ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ  Словения, США, Швеция һәм Япония илдәренән, Екатеринбург, Краснодар, Силәбе ҡалаларынан балет труппаларының килеүе көтөлә.

Фестивалдең программаһы сағыу һәм уникаль. Өфөнөң балет сәхнәһендә Заһир Исмәғилев һәм Лев Степановтың “Сыңрау торна”  башҡорт балеты яңартылған сценографик версияла күрһәтеләсәк. Иҫкә алһаҡ, тап ошо спектакль 6 йәшлек малайҙың,буласаҡ балет йондоҙо Рудольф Нуриевтың йөрәгендә балет сәнғәтенә һөйөү яралтҡан. Яңы декорациялар һәм сәхнә костюмдары өҫтөндә Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Башҡортостан Республикаһының  һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Рифхат Арыҫланов эш алып бара.

Фестиваль сиктәрендә саҡырылған солистар ҡатнашлығында  Петр Чайковскийҙың «Лебединое озеро»  һәм Людвиг Минкустың «Баядерка» балеттары күрһәтелеүе ҡаралған.

Шулай уҡ тамашасылар «Ромео һәм  Джульетта» «Раймонда» «Эсмеральда» балеттарын ҡарай аласаҡ.

 Рудольф Нуриев исемендәге XXI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале халыҡ-ара фестивален йомғаҡлап, төрлө илдәр һәм ҡалалаларҙан килгән балет сәнғәте йондоҙҙары тамашаһы Гала-концерт менән тамамланасаҡ.

 

Гүзәл Багаева

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb