Быйылғы "Ҡош юлы" Әбйәлилдә үтәсәк

Быйылғы "Ҡош юлы" Әбйәлилдә үтәсәк

«Йәшлек” гәзите хәбәр итеүенсә, 2012 йылдан алып үткәрелгән "Ҡош юлы" республика бард фестивале быйыл тәүгә икенсе урында - Әбйәлил районында ойоштороласаҡ. Бығаса фестиваль Ейәнсурала, Таҙлар ауылы янында Һүрәм йылғаһы буйында үтә ине. Быйылғыһы 16-18 июндә уҙғарыласаҡ. Әле сарала ҡатнашыусыларҙы һайлау иғлан ителде. Улар Экология һәм айырыуса һаҡланған биләмәләр йылына һәм шағир Рәмил Ҡол-Дәүләт ижадына арнап сығыш яһаясаҡ. Ғаризалар ике йүнәлештә ҡабул ителә: авторҙар һәм башҡарыусылар, дуэт менән сығыш яһарға мөмкин. 16 йәштән һәм өлкәнерәктәр үҙ көстәрен һынай ала. Бардтар йырҙарын гитара йәки башҡа акустик инструменттар оҙатыуында башҡарырға тейеш.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb