Билдәле йырсы Хәниә Фәрхи арабыҙҙан китте

Билдәле йырсы Хәниә Фәрхи арабыҙҙан китте

Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың һәм Татарстандың  халыҡ артисы Хәниә Фәрхислам ҡыҙы Биктаһирова арабыҙҙан китте.

Кисә 27 июль көнө йырсы Башҡортостандан ҡайтышлай үҙен насар тоя башлай, дауаханаға оҙаталар, әммә ҡотҡара алмайҙар. Йырсы йөрәк өйәнәгенән вафат булды. Хәниә Фәрхи менән хушлашыу бер сәғәттән Үрге Тәтешле ауылындағы мәҙәниәт йортонда була. Татарстанда мәрхүмә менән иртәгә хушлашалар.

Хәниә Фәрхлислам ҡыҙы Биктаһирова 1960 йылдың 30 майында Башҡортостандың Тәтешле районы Үрге Сәләй ауылында тыуған, күрше Бәҙрәш мәктәбендә белем алған. Уның башҡарыуында "Әлдермешкә ҡайтам әле", "Үпкәләһәң, әйҙә, үпкәлә", "Онотолор тимә", "Ҡышҡы сейә" тигән йырҙары киң билдәле. Хәниә Фәрхи репертуарында 300-ҙән ашыу йыр бар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb