Башҡортостанда беренсе тарих музейы асыласаҡ

Башҡортостанда беренсе тарих музейы асыласаҡ

Яңы объект Өфөлә Башҡортостан күргәҙмәләр комплексында барлыҡҡа килә. Ошо турала Республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Бында Рәсәй тарихына бәйле экспозициялар урынлаштырыла. Улар 3Д форматта ҙур экрандарҙа ҡуйыла. Музей Рәсәй көнөндә, 12 июндә асыла.

Әлеге ваҡытта илдә 25 ҡалала ошондай объект өҫтөндә эш бара. Әммә бында музейҙар йыл аҙағында ғына ишектәрен аса. Әйткәндәй, сама менән ике йылдан Өфөлә ВДНХ-ла Заман сәнғәте музейы ла эшләй башлай.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb