“Башҡортостан” гәзите 100 йыллығын билдәләй

“Башҡортостан” гәзите 100 йыллығын билдәләй

Республикабыҙҙың “Башҡортостан” — ижтимағи-сәйәси гәзите 3 ноябрь көнө Конгресс-холда 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.

Байрам кисәһендә баҫмаға төрлө йылдарҙа етәкселек иткән баш мөхәррирҙәр, журналистар, яҙыусылар, хеҙмәттәштәр сығыш яһаясаҡ.

 “Башҡортостан” гәзите- Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт телендә Өфө ҡалаһында нәшер ителә. Гәзитте ойоштороусылар —Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

Баҫма республиканың район һәм ҡалаларындағы көндәлек ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙе яҡтырта, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте  һәм әҙәбиәте буйынса материалдар сығара, шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренән төрлө характерҙағы материалдарҙы даими биреп бара. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында очерктар һәм һүрәтләмәләр һәр ваҡыт донъя күрә. Бынан тыш гәзиттә көнитмештең төрлө яҡтарына ҡағылған һәм сәнәғәт, иҡтисад, хоҡуҡ, әхлаҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, тирә-яҡ мөхит, спорт өлкәләрен яҡтыртҡан һәм башҡа темаларға ла, уҡыусылар хаттарына ла күпләп урын бирелә.

ХХ быуаттың һуңғы һәм ХХI быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында гәзит аҙнаһына биш мәртәбә, ҡайһы бер йылдарҙа 30 меңдән дә артҡан тираж менән баҫылһа, һуңғы йылдарҙа аҙнаға дүрт тапҡыр сыға. Йома көн һаны икеләтә күләмдә донъя күрә, «Башҡортостан» — «Йома» исеме аҫтында һәм үҙаллы индекс менән уға айырым яҙылыу ойошторола. 2014 йылдың тәүге яртыһында 13 мең 073 дана баҫылһа, 2015 йылдың тәүге яртыһында дөйөм тираж 11 мең 581 дана тәшкил итте.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb