А.Н.Островский әҫәре буйынса “Ҡоторған аҡсалар” исемле комедия әҙерләнә

А.Н.Островский әҫәре буйынса “Ҡоторған аҡсалар” исемле комедия әҙерләнә

Туймазы татар дәүләт драма театры коллективы   А.Н.Островский әҫәре буйынса “Ҡоторған аҡсалар” исемле комедияны сәхнәләштерергә тотондо.  Ижадсыларҙың әлеге комедияға туҡталыуы осраҡлы түгел, бөйөк драматургтың 19 быуатта яҙылған әҫәре күптәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе яҡтырта.

Бөгөнгө көндә  кешеләр тормошондағы бик күп ваҡиғаларҙы аҡса хәл итә, күптәр аҡса ҡоло булып йәшәй, аҡса өсөн намыҫтарын һатырға,  башҡаларҙы тапап үтәргә лә  әҙер. 

Буласаҡ спектакль  тамашасыларҙы уйландырыр, театр һөйөүселәр күңелендә лайыҡлы урын табыр.

Комедияны театрҙың баш режиссеры Илнур Биктимер улы Муллабаев сәхнәләштерә. 
Әлеге спектакль Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы “Берҙәм Рәсәй” вәкилдәре тәҡдиме буйынса,  300 мең кешегә тулмаған бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙарға ярҙам  күрһәтеү ниәтенән федераль бюджеттан бүленгән  субсидияға ҡуйыласаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb